Белорет урмандарында юғалған туристар табылды

Белорет районындағы Ирәкташҡа артылғанда юғалған әсәле-ҡыҙлы туристар табылды. 49 йәшлек ҡатын 14 йәшлек ҡыҙы менән туғыҙ кешенән торған төркөмдән артта ҡала һәм ҡайһылыр мәлдә эҙҙән яҙлыға.

Фото №1 - Белорет урмандарында юғалған туристар табылды

Туристар төркөмө бер ҡайҙа ла теркәлмәгән. Уларҙы эҙләүгә 20 кешенән торған ҡотҡарыусылар отряды сыға. Туристарҙың барыһы ла Мәскәүҙән килгән.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ