Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды

Ейәнсура районында 15 ауыл биләмәһе бар. Байдәүләт ауылында йәшәүселәр районда беренселәрҙән булып «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Айыҡлыҡ өсөн көрәшеүселәр менән БСТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Азамат Моратов ярты быуаттан ашыу тыуған ерендә, атай-олатайҙары нигеҙ ҡорған ауылда ғүмер итә. Урман хужалығы инспекторы йәштәр араһында үҙенең йәшәү рәүеше, өлгөлө тормош алып барыуы менән абруй ҡаҙанған. Оҫта баянсы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ир-уҙаман «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу беҙҙең берҙәмлекте һәм әүҙемлекте тағы ла арттырыр, тигән өмөттә.

Азамат Моратов, Байдәүләт ауылында йәшәүсе: “Йәштәр был тәҡдимде ихлас күтәреп алды. Ауылыбыҙ йәштәре тәртипле һәм өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы. Хәмер ҡулланмайҙар, тәмәке тармайҙар”.

Ауыл халҡы бер төптән булып, иҫке мәсет бинаһы урынында яң мәсет төҙөлөшөн башлаған. Бина ҡоролған, түбә ябылған, манараны урынлаштырырға һәм эске биҙәү эштәрен тамамлау өсөн бар көстәрен һаласаҡтар. Нисек кенә булмаһын был йорт. йәштәрҙе иманға ла саҡырып торасаҡ бит.

Зиннур Мырҙабаев, Байдәүләт ауылы имам-хатибы: “Айыҡ ауылда ҡатнашыр өсөн тәрбиәле ғаиләләр күп, әммә үҙҙәрен тота алмағандары ла бар. Уларҙы тәртипкә саҡырыу өсөн мәсет төҙөйбөҙ. Халыҡ берҙәм ҡатнаша”.

Ауыл ағинәйҙәре лә бер һүҙҙән мәжлестәрҙә хәмер ҡулланыуҙы тыйыуҙы хуплай. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡорған табынға боронғо башҡорттар ҡулланған аҙыҡ ҡуйыла.«Умырзая» ансамбле ағзалары милләт һаулығы, айыҡ ауыл өсөн конкурста бар тырышлығын һалырға әҙер.

Фәнилә Байсурина, Байдәүләт ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре: “Беҙҙең көсөбөҙ етер, тип ышанам. Әйтә алам, беҙ бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ, бөтәэштә ошо апайҙарға һәм ҡыҙҙарыма таянам”.

Байдәүләттә 79 йорт бар. 243 кеше ғүмер итә. Ауыл биләмәһе башлығы Шәһит Ҡолмөхәмөтов, дөйөм йыйылышта ҡатнашыусы яҡташтарына «Айыҡ ауыл» республика конкурсы хаҡында беренсегә һөйләмәй. Был тәҡдим ауылдың өлгөлө һәм айыҡ йәшәү рәүеше алып барған ир-уҙамандарҙың үҙҙәренең тәҡдиме. Башҡортостандың иң төҙөк һәм матур ауылында йәшәүселәр бер төптән Байдәүләт ауылының айыҡлыҡ төбәгенә әйләнеүен хуплай.

Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты президиумы ағзаһы: “Бөгөнгө йыйында уларҙың ихлас, дәррәү икәнлеге һоҡландырҙы. Улар үҙҙәренә аныҡ мәсьәләләр ҡуйҙы. Был конкурста еңеп сығыу өсөн бар көсөн һаласаҡ”.

Ауылдың киләсәге лә өмөтлө. Башланғыс синыфтарҙа 16 ,мәктәпкәсә йәштәге 30 бала иҫәпләнә. Бала-саға ата-әсәләренең дөйөм йыйылыштан сығыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Һуңынан, Байдәүләт урамдарынан кемуҙарҙан велосипетда уҙышты.

Ейәнсура районының Бадәүләт ауылы ағинәйҙәре тыуған ерҙәрен данлап:«Аяҡ баҫҡан ерҙәребеҙ, торғаны бәрхәт икән, Байдәүләттә тыуып-үҫеү үҙе бер бәхет икән» тип юҡҡа ғына йырламай икән. Тырыш,берҙәм кешеләр йәшәгән ауыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеп сығыу теләге менән яна.

Автор: Гүзәл Борханова.