Ҡушылдыҡтарҙың урынын алмаштырыу менән сумма үҙгәрә. Һәр хәлдә Федераль компетенциялар үҙәге белгестәре шундай фекерҙә. «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә улар предприятиеларҙың һөҙөмтәлелелеген күтәреү йүнәлешендә эшләй. 2017 йылдан Башҡортостан пилот төбәктәр исемлегендә. Милли проект мөмкинлектәре тәүгеләрҙән булып Октябрьский ҡалаһының энергетика өлкәһендә эшләүсе БАСЭТ предприятиеһында һыналған.
Федераль компетенциялар үҙәге Октябрьский ҡалаһындағы предприятиеға «Һаҡсыл етештереү» системаһына күсергә ярҙам иткән. Элек сеймал цехтың бер осонда бушатылған, икенсеһендә ҡырҡылған, ә өсөнсөһөндә эшкәртеүгә ебәрелгән булған. Белгестәр юғалтыуҙарҙы барланғандан һуң станоктар тәғәйен бер тәртиптә урынлаштырылған. Һөҙөмтәлә, 558 метрға һуҙылған торбаны ҡырлау линияһы 389 метрға ҡалған, ә эшселәр бушҡа тир түгеүҙән туҡтаған.
Етештереү линияһындағы үҙгәрештәрҙән тыш предприятие ҡағыҙ документ әйләнешенән баш тартҡан. Заказдар хәҙер тура цех етәкселәренең смартфондарына килә. Уларҙы раҫлауға ваҡыт та аҙыраҡ сарыф ителә. Был хеҙмәт етештереүсәнлегендә лә сағылыш тапҡан.
Милли проект ярҙамында хеҙмәткәрҙәр белемен камиллаштырған. «Һаҡсыл етештереү» системаһы предприятиеның дөйөм һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ иткән.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һөм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә 10 мең предприятиеға дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала. 80 мең белгестең «Һаҡсыл етештереү» системаһы буйынса белемен камиллаштырыу мөмкинлеге бар.
Башҡортостандан әле 60 предприятие милли проектта ҡатнашыу өсөн федераль компетенциялар үҙәге сайтында мөрәжәғәт ҡалдырған. Йыл аҙағына тиклем уларҙың 50-һендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү алымдарын үҙләштереү ҡарала.





