Трассала “Фольксваген” һәм “Нива” машиналары бәрелешкән. Фажиғәлә ғаилә пары һәм уларҙың 14 йәшлек ҡыҙы үлгән. Салонда 4 һәм 16 йәшлек ҡыҙҙар ҙа булған. Улар ныҡ имгәнгән. Бәләкәй баланы кресло ултырыуы ғына ҡотҡарып ҡалған, ти автоинспекторҙар.
Үткән аҙнала республикала 100-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 114-те йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итәләр Дәүләт автоинспекцияһынан.




