Радий Хәбиров Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының яңы етәксеһен был йүнәлештә әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала ведомствоның юғары вазифаһына Урал Искәндәров тәғәйенләнгәйне. Төбәк етәксеһе министрлыҡҡа республика һәм уның халҡы мәнфәғәттәрен яҡлауҙа берҙәм һәм әүҙем булыу кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан биләмәһендә законһыҙ рәүештә таш эшкәртелеүе билдәле.
8 августа Белорет районында лицензияһыҙ тау байлығын ҡаҙыусы Силәбе өлкәһе фирмаһы эшселәре ҡулға алынды. Асыҡланыуынса, быға тиклем дә предприятие директоры урман ҡырҡыу буйынса хөкөм ителгән булған. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров район хакимиәте һәм министрлыҡтың был йүнәлештә әлегә эшләп еткермәүен билдәләне.





