Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән шәхси йортта йәшәүсе 72 йәшлек ир ҡапҡаһынан сыҡҡан саҡта шартлау яңғырай. Ул төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.
Асыҡланыуынса, зыян күреүсе шәхси секторҙа газ ҡорамалдары урынлаштырыу менән шөғөлләнгән һәм конкуренттары менән уртаҡ тел таба алмаған. Дәғүәселәре унан ошо рәүешле ҡотолорға булған. Әле тәфтиш комитеты, полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ваҡиға сәбәптәрен, шартлатыусыларҙы асыҡлай.




