Ғафури районында малдар һәләк булған

Ғафури районының Юлыҡ ауылында күпер аҫтына тығылып малдар һәләк булған.

Фото №1 - Ғафури районында малдар һәләк булған

Асыҡланыуынса, ауылда Еҙем аша күпер төҙөлөшө барған. Йылға аша сығып йөрөү өсөн ваҡытлыса тимер баҫма ла һалынған.

Малдар көслө ямғыр яуған көндө ағымға ҡаршы тора алмай күпер аҫтына барып тығылған. Шаһиттар әйтеүенсә, ун бишләп һыйыр һәләк булған.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ