Яңы Шишмә ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, район үҙәгендә бассейн, ихаталараҙа балалар майҙансығы, ә йорттарға ҡыйыҡ. Радий Хәбиров Архангел районында бик күп төҙөлөшкә башланғыс бирҙе. Райондың социаль -иҡтисади хәле, халҡы менән танышты. Республика етәксеһенең эш сәфәре барышы тураһында киләһе репортаж.
Көндәлеккә ҡуйылған ҡултамға миллиондарса аҡса бүлеү, күләмле проекттар тураһында түгел, әммә шулай уҡ ҙур эштәргә, юғарыға этәргес. Эмиль хәҙер беренсе синыфҡа Радий Хәбиров имзалаған көндәлек менән барасаҡ. Республика етәксеһе ҡултамғаһы яҡшыға өлгәшергә маяҡ булып торасаҡ, ти ул.
Хәйер, Архангел районына эш сәфәрендә республика етәксеһе байтаҡ күләмле проекттарға ла башланғыс бирҙе. Яңы Шишмә ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк. Үткән быуаттың 67-се йылында төҙөлгән ағас бинала халыҡты хеҙмәтләндереү хәүефле.
Ауылда медицина ярҙамына мохтаж кешеләр байтаҡ. Балалар ҙа өс тиҫтәнән ашыу. Әле улар ябай ғына укол ҡаҙатыу өсөн дә күрше ауылдарға, район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр. Радий Хәбиров таушалып бөткән бинала медицина ярҙамы күрһәтеүгә юл ҡуймаясағын әйтте.
Киләсәктә халыҡ үҙ ауылында, йылы, заманса йыһазландырылған медицина учреждениеһына йөрөйәсәк. Ләкин был ауылдан ситкә сығыу кәрәкмәй тигәнде аңлатмай. Яңы Шишмәлә йәшәүселәр транспорт бәйләнеше булмауына ла зарланды. Республика етәксеһе был мәсьәләне длә хәл итергә ҡушып аҙнаһына бер тапҡыр автобус йөрөтөү кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ интернет мәсьәләһе, газ юҡлығы ла көндәлеккә яҙылды. Хөкүмәт көндәлегенә.
Архангел ҡасабаһының Ворошилов урамындағы был йортто бер ниндәй ҡағыҙға ла теркәү мөмкин түгел. Торлаҡ иҫәпкә бар , ә һанға юҡ. Хәҙер инде 19 йыл йыл фатир хужалары документтары булмаған өйҙә йәшәй. Һөҙөмтәлә бер ниндәй ҙә ремонт, төҙөкләндереү программаларына эләгә алмай.
Документтар юҡ, ә һалым түләнә. Радий Хәбиров быны башҡа һыймаҫлыҡ хәл булыуын билдәләп, кисекмәҫтән хәл итергә ҡушты.
Йорттар, ихаталар төҙөклөгө, халыҡтың йәшәү шарттары Радий Хәбировтың һәр эш сәфәрендә айырым иғтибарға алына. Бигерәк тә Башҡортостан ихаталары, биләмәләрҙе төҙөкләндереү программалары үтәлеше етди күҙәтеүҙә. Әммә Архангел районының үҙенә хас проблемалар бар. Юлдар, газ, һыу. Һәм был уңайлыҡтарҙың юҡлығы башҡа мәсьәләлрҙе лә киҫкенләштерә, тине Радий Хәбиров. Шулай ҙа тәү сиратта районда физик култура үҙәге төҙөтәсәгән белдерҙе. Халыҡ һорауы буйынса.
Бассейнға йөрөрлөк йәштәр күп. Район үҙәгендәге мәктәптә генә быйыл 570 бала уҡыясаҡ. Мәғариф учреждениеһының республикала барлыҡҡа киләсәк 133 «Үҫеш нөктәһе» үҙәгенең береһе буласағын иҫәпкә алғанда бында уҡырға теләүселәрҙең тағы ла артасағын төҫмөрләргә мөмкин.
Бүлмәләрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн шарттар тыуҙырылған. Юғары тиҙлекле интернет, башҡа коммуникациялар үткән. Ҡорамалдарҙы сентябргәсә урынлаштырырға иҫәп тотола. Кем белә, көндәлегенә республика етәксеһе ҡултамғаһын ҡуйҙырып ҡанатланған Эмиль да тап ошо һанлы технологиялар класында уҡыр.





