Белорет ҡалаһында аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән

Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте дәүләт инспекцияһы идаралығынан белдереүҙәренсә, заправканан сыҡҡан саҡта автомобилдәр юлды бүлешә алмай. Ике машина бәрелеү арҡаһында "БМВ" машинаһы янып китә."Дэу Нексиа" рулендәге ҡатын урында һәләк була.

Фото №1 - Белорет ҡалаһында аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлгән

Уның ире һәм 12 йәшлек ҡыҙы, икенсе автомобилдәге 18 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатыла. Уҙған тәүлектә республикала аварияларҙа 22 кеше йәрәхәт алған, бер кеше һәләк булған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ