Урал аръяғында тәбиғәт шарттарында уңыш биргән сорттар билдәләнде

Хәйбулла районы фермерҙары быйылғы ҡоролоҡ арҡаһында ҙур зыян күргән. Әммә аграрийҙар төшөнкөлөлкә бирелмәй, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй.

Фото №1 - Урал аръяғында тәбиғәт шарттарында уңыш биргән сорттар билдәләнде

Әмир Шәйхәмәтовтың крәҫтиән-фермер хужалығында ойошторолған фәнни-ғәмәли семинарҙа көньяҡ райондарҙа бойҙайҙың ҡаты сорттарын үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды.

Бойҙайҙың ҡаты сорттары мул уңыш биреүе менән айырылып тора. Шуға район селекционерҙары Ырымбур белгестәре менән берлектә ҡоро климатҡа яраҡлашҡан сорттарҙы уйлап табыу менән мәшғүл. Тикшереүҙәр беҙҙең тәбиғәт шарттарында мул уңыш биргән сорттарҙы күрһәткән. Был тәңгәлдә Ырымбур 21, Уҡытыусы һәм Анна арпаһы сорттарын билдәләп үтергә мөмкин. Улар Урал төбәгендә ҡулланыуға яраҡлы селекция ҡаҙаныштары исемлегенә лә индерелгән.

Семинарҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, фәнгә таянып эшләгәндә юғалтыуҙарҙы кәметергә, уңыш күләмен арттырырға мөмкин.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Волна
Акции БСТ