Енәйәтсел төркөм хоҡуҡ һағында тороусыларҙың иғтибарын күптән йәлеп итә. Әлегә тиклем дә улар тәртип боҙоп тотолған була, егеттәрҙең береһе автосканерҙар ярҙамында уғрылыҡ менән шөғөлләнгән. Операция сиктәрендә улар артынан иртәндән үк күҙәтеү ойошторола, төшкә тиклем автомобилдән аҡса урлаған төркөм төштән һуң ҡулға алына.
Транспорт сараһында наркотик матдә лә табыла. Күрәһең, улар табышты иркенләп йыуырға йыйынған, ҡала ситендә ҡулға алғанда барыһы ла иҫерек була. Полиция һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ағзаларына был төркөмдө тотоу өсөн тиҙ хәрәкәт итергә тура килә, сөнки енәйәтселәрҙең киҫкен аҙымға барыуы ла мөмкин.




