Быйыл республикала 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла

Бынан тыш, ике йылдан Өфөлә 11 миллиард һумлыҡ вуз-ара кампус төҙөүҙе башлау ҡарала. Был турала бөгөн мәғариф хеҙмәткәрҙәренең Республика август кәңәшмәһендә белдерелде. Педагогтар форумында шулай уҡ һәләтле балалар менән эшләү, инклюзив белем биреү, мәғариф системаһына заманса технологияларҙы индереү хаҡында ла һүҙ барҙы.

Фото №1 - Быйыл республикала 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла

Белем усағы әҙер, хәҙер инде биләмәне ялтыратып ҡуйыу мотлаҡ. Исем есеменә тап килергә тейеш. Дим биҫтәһенең Яркий микрорайонындағы был белем усағы республикалағы иң тәүге полилингваль мәктәптәрҙең береһе, бында уҡытыу бер нисә телдә, заманса технологиялар ярҙамында алып барыласаҡ. Башҡортостанда ошондай 14 мәктәп асыла, тәүге икәүһе быйыл уҡ ишектәрен аса.

Әлеге заман балаларын ҡыҙыҡһындырыу еңел түгел, дәрестәрҙе фәһемле лә, мауыҡтырғыс та итеп ойоштороу өсөн тәжрибәне лә, заманса алымдарҙы ла эшкә егергә тура килә. Яңы методик ҡулланмалар менән кәңәшмә сиктәрендә үткән күргәҙмәлә танышырға мөмкин.

Был ҡоролма заманса белем биреүҙең иң алдынғы ысулдарының береһе. Виртуаль күҙлек ярҙамында төрлө фәндәр буйынса мәсьәлләрҙе күҙ алдына баҫтыррыға мөмкин, йәғни теге йәки был предметты тотоп ҡараған һымаҡ. Мәҫәлән, был программа сиктәрендә кешенең эске органдарының төҙөлөшөн өйрәнергә мөмкин.

Заманса технологиялар балалар өсөн дә, өлкәндәргә лә өҫтәмә мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, ғалимдар әҙерләгән ошо программа ярҙамында башҡорт телен үҙаллы өйрәнергә була. Был ресурс Республика башлығы гранты ярҙамында эшләнгән.

Кәңәшмә сиктәрендә һигеҙ майҙансыҡ эшләй, улар талантлы уҡыусылар менән эшләү, һөнәри белем биреү, инклюзив системаны камилаштырыу һөм башҡалар. Мәҫәлән, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу мотлаҡ, улар дүрт стена эсендә бикләнеп ҡалырға тейеш түгел тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Биш көнлөк уҡытыуға күсеү, туҡландырыуҙа берҙәм меню, заманса уҡытыу алымдарын үҙләштереү. Яңы уҡыу йылында республика мәғариф системаһын күп үҙгәрештәр көтә. Беҙҙең бурыс мәктәптәрҙә төплө белемле, һау-сәләмәт шәхес тәрбиәләп сығарыу. Сығарылыш уҡыусылары конкурентҡа һәләтле, аяғында ныҡ баҫып торорға тейеш, тине Радий Хәбиров. Ә Республиканың бурысы-шарттар тыуҙырыу.

Интерактив ҡоролмалар заман талабы, әммә нисек кенә булмаһын белем биреү сифаты үҙ эшенә ғашиҡ уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығына ҡайтып ҡала. Радий Хәбиров имтихандарҙы йөҙ баллға биргән уҡыусыларҙың педагогтарын дәртләндереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Тырыш хеҙмәт лайыҡлы баһа алырға тейеш. Уңышлы эшләгән уҡытыусыларға кәңәшмә сиктәрендә лә Республика башлығының премиялары тапшырылды.

Өфөлә 11 млрд һумға иҫәпләнгән вуз-ара кампус төҙөүҙән башлап ауыл еренә эшкә барған педагогтарға грант тапшырыу һәм йылы бәҙрәфтәр төҙөүгә тиклем. Август кәңәшмәһендә күләмле төҙөлөштәр хаҡында, көнүҙәк һорауҙар хаҡында ла һүҙ барҙы. Сөнки мәғариф системаһында ҙур йәки бәләкәй мәсьәлә юҡ. Уларҙың һәр береһенә беҙҙең баллаларҙың киләсәге бәйле.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ