Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәре буйынса, унда ҡатнашыусылар уртаса 33 йәштә, ир-аттар 81 процент тәшкил итә. Финалистарҙың 17 проценты сәнәғәт тармағында эшләй, 11 проценты – дәүләт хеҙмәтендә һәм финанс эшмәкәрлегендә, 10 проценты – медицина һәм сауҙа өлкәһе вәкилдәре.
Алдан хәбәр ителеүенсә, бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеүселәргә дәүләт структураларында эш урындары тәҡдим ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан лидерҙары» проекты Республика Башлығы хакимиәте тарафынан һәләтле яңы идарасыларҙы асыҡлау маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Конкурсҡа барлығы дүрт мең заявка ҡабул ителгән.





