«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә республикаға 400 миллион һумға яҡын аҡса бүленә

Медицина десанты юлға сыға. Төрлө йүнәлештәге табиптарҙан тупланған төркөм республика төбәктәренә юлланасаҡ. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Бынан тыш, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн 20 күсмә һәм 4 модулле фельдшер-акушер пункты алыу, 3 стационар учреждение төҙөү ҡаралған. Кәңәшмәлә һыу үткәреү, юл һалыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү менән бәйле һорауҙар ҙа ҡаралды. Улар хаҡында тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Фото №1 - «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә республикаға 400 миллион һумға яҡын аҡса бүленә

Эшҡыуарлыҡ-иҡтисадтың нигеҙе, тик урындағы етәкселәрҙең ҡайһы берҙәре яуаллылыҡты аңлап етмәй. Муниципаль берәмектәрҙә тәғәйенләнгән 189 инвестиция сәғәтенең яртыһы тиерлек уҙғарылмаған. Етәкселәр төрлө һылтауҙар табып эшҡыуарҙар менән осрашыуҙы кисектереп килә. Радий Хәбиров ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, эшкә етдиерәк ҡарарға ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә «Сәләмәтлек» милли проектының үтәлеше лә ҡаралды. Башҡортостанда 400-гә яҡын фельдшер-акушер пунктын яңыртыу талап ителә. Федераль проектҡа ярашлы, республикала 27 медицина учрежениеһы барлыҡҡа киләсәк, уларҙың төп өлөшө күсмә, ҡалғандары стационар. Ошо маҡсатта 400 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Һыу булмаған урындарға көстө йүнәлтеү мотлаҡ, тине Радий Хәбиров. Бынан тыш, республика төбәктәре буйлап медицина десанты юлға сыға. Мәғлүм булыуынса, табиптар төркөмө быйыл Сибайҙа эшләгәйне. Сиратта Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бәләбәй ҡалалары.

Максим Забелин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “Владимир Путин башланғысындағы «Сәләмәтлек» милли проекты Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырыла, ул медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртыр тип уйлайбыҙ. Табиптар десантына килгәндә, үткән аҙнала Нефтекамала тәжрибә үткәреп ҡараныҡ. Әгәр был алым үҙен аҡлаһа, йәғни халыҡ ҡәнәғәт булһа, һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлегенә ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаһа, ул дауам ителәсәк”.

Тағы бер мөһим проблема – һыу үткәреү. Киләһе биш йылда ошо маҡсатта республикаға 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә, уның төп өлөшө федераль ҡаҙнанан. Барыһы 15 мең километр һыу торбалары һалыу ҡаралған, әле был системаның 69 проценты иҫкергән. Республика адреслы программаһы сиктәрендә йәнә 12 һыу селтәрен төҙөү бара. Кәңәшмәлә ауыл юлдарын һалыу барышы ла тикшерелде. Республика буйынса 5 метр киңлектәге 950 километр юлға ҡырсынташ түшәлә. Бер километрҙың хаҡы 500 меңдән 1 миллион һумға тиклем. Радий Хәбиров әйтеүенсә, хаҡ юғары.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы урындағы үҙидараның эшмәкәрлегенә лә бәйле, эш сифаты күп осраҡта урындағы етәкселәрҙең сослоғона, фекерләү ҡеүәһенә, ойоштороу һәләтенә бәйле. Әммә илке-һалҡы ҡараш ҡайһы берҙә эшкә ҡамасаулай. Оперативкала телефонға әүрәп мөһим бойороҡтарҙы ҡолаҡҡа элмәгән һымаҡ.

Республика етәксеһе юл буйҙарында, араларында тәртип урынлаштырырға ҡушты, ә миҫал эҙләп алыҫ йөрөргә кәрәкмәй, ҡала эсендә йә янында уҡ табырға мөмкин, мәҫәлән, Дим биҫтәһе эргәһендәге юл тирәһен сүп үләндәре баҫҡан. Ә Өфө-Аэропорт юлы таҙалыҡ тәртип өлгөһө булырға тейеш, сөнки тап ошо трасса ҡунаҡтарҙы баш ҡалаға алып инә һәм уны Өфөнөң йөҙө тип әйтергә мөмкин.

Автор: Р.Кәримова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ