Өфө районы Черновский ауылында сыҡҡан янғында ике ир һәләк булған

Ут сығыу тураһында хәбәр төнгө сәғәт дүрттәр тирәһендә теркәлә. Ҡотҡарыусылар килгәндә ялҡын йортто ялмап алған була, урында 57 һәм 46 йәшлек ике ирҙең кәүҙәләре табыла.

Фото №1 - Өфө районы Черновский ауылында сыҡҡан янғында ике ир һәләк булған

Фажиғә буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм оператив тәфтиш төркөмө эшләй. Янғынға тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпсе булыуы ихтимал тип фаразлана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ