Авария уҙған төндә Блюхер урамында теркәлгән. «Peugeot» автобусы Өфөнән Нижневартовскийға китеп барған булған. Светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған ваҡытта уға көнкүреш ҡалдыҡтары ташыусы «КамАЗ» килеп бәрелә. Аварияла 14 кеше зыян күрә, шул иҫәптән 17 йәшлек ҡыҙ.
Табиптар ауыр тән йәрәхәтәре алған үҫмерҙең ғүмерен һаҡлау ҡалыу өсөн бар көсөн һала. Әммә ҡазаға тарыусы бер нисә сәғәт элек вафат була. Әлеге ваҡытта ҡала дауаханаларын да тағы ла һигеҙ кеше ята. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, йөк транспорты менән идара итеүсенең руль артына наркотик тәьҫирендә ултырған булған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




