Өфөлә велосипедсы малайҙы тапаған ҡатын язаға тарттырылды

Ул шартлы рәүештә 2 йылға иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарарын Өфө ҡалаһы Совет районы суды сығарҙы.

Фото №1 - Өфөлә велосипедсы малайҙы тапаған ҡатын язаға тарттырылды

Юл ҡазаһы май аҙағында баш ҡалабыҙҙа булды. Бессонов урамы һәм Октябрь Проспекты киҫелешендә водитель ҡатын 9 йәшлек велосипедсы малайҙы бәрҙерҙе. Бала светафорҙың йәшел төҫөнә юл аша сығып барған була. Ул ваҡиға урынында үлә. Ҡатынға штраф та һалынған. Ул һәләк булған малайҙың ата-әсәһенә 1 миллион һум аҡса түләргә тейеш.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ