Авария Интернациональ урамында теркәлгән. Шкода машинаһы водителе ҡыҙҙы ихатала бәрҙергән. Бала уйнап йөрөгән. Сабый ныҡ имгәнгән, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.
Юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре республикала “Иғтибар – балалар!” акцияһы барыуы тураһында иҫкә төшөрә. Водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә ипле йөрөргә өндәйбеҙ, ти инспекторҙар. Психолог Әлмирә Исхаҡова ла ата-әсәләрҙе диҡҡәтле булырға, балаларын хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтергә саҡыра.
Стәрлетамаҡта 5 йәшлек балаға шкаф ҡолаған. Сабый һәләк булған.




