Уйнап йөрөгәндә бала шкафҡа менеп баҫҡан һәм унан батутҡа һикергән. Шкаф сабыйға ҡолаған. Табиптар килеп еткәнсе уның ғүмере өҙөлгән.
Бала тәрбиәләнгән ғаилә яҡшылар иҫәбендә. Фажиғә ваҡытында ата-әсәһе өйҙә булған. Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған.




