Өфөлә һайлау кампанияһы буйынса кәңәшмә уҙҙы

Һайлауға 16 көн ҡалды. Мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек мәсьәләләре бөгөн Өфөлә ҡаралды. Һайлауҙы ойоштороу тәртибе һәм башҡа үҙенсәлектәре тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Фото №1 - Өфөлә һайлау кампанияһы буйынса кәңәшмә уҙҙы

Быйылғы һайлау ваҡыты быға тиклем уҙғарылғандарынан ике сәғәткә оҙайтыла. Ваҡыт өҫтәлеү мөһим компания һөҙөмтәһенә ниндәй сағылыш табыр,уныһын сентябрҙә белербеҙ. Әлегә бөтә территориаль һайлау комиссияларында ла ҡыҙыу әҙерлек бара.

Бөгөн улар мөһим мәсьәләләрҙе ҡарарға Өфөлә йыйылды. Кәңәшмәлә Башҡортостан территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары менән 8 сентябрҙә уҙасаҡ берҙәм һайлау көнөнә әҙерлек барышындағы төп мәсьәләләр ҡаралды.

Илона Макаренко, Башҡортостан үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе: “Беҙгә теркәлгән һәм теркәлмәгән кандидаттарҙан 105 мөрәжәғәт булды. Ялыуҙарҙың бөтәһе лә судтарҙа ҡарала, ҡайһы берҙәре Юғары судҡа тиклем барып етте. Беҙҙең коллегалар законға таянып һәм ҡағиҙә буйынса эшләүенә шик юҡ. Һайлауҙың юғары кимәлдә үткәреләсәге көн кеүек асыҡ”.

Берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостан башлығын, Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайға Ҡояшлы һәм Комсомол һайлау округтарына һәм ауыл советтарына депутаттар һайлау уҙғарыла.

Быйыл участкаларҙа 225 һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ.

Бөтә 69 территориаль һайлау комиссияларында видеокүҙәтеү алып барыла.Шулай уҡ Өфөлә һайлау барышы Интернетҡа трансляциялана.

Тауыш биреү иртәнге етенән киске туғыҙға тиклем барасаҡ. Бәлиғ булған һәр кем теркәү урыны буйынса гражданлыҡ бурысын үтәргә килә, ә мөһим кампания көнөдә ситтә булырға тура килһә 4сентябргә тиклем исемлеккә индерергә ғариза бирергә кәрәк.

Шулай уҡ уны Дәүләт хеҙмәте порталы аша эшләргә мөмкин.

Мәскәүҙә уҡыусы студенттарыбыҙ һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында илдең баш ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа һайлауҙа ҡатнаша ала. Быйыл электораль тәжрибәлә беренсе тапҡыр Мәскәүҙәге утыҙ цифрлы участка ҡулланыласаҡ. Бының өсөн тәүҙә улар Дәүләт порталы аша үҙҙәренә уңайлы һанлы участкаға исемлеккә индереү тураһында ғариза бирергә тейеш.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ