Бында ҡоштарҙы йәлеп итерлек сүплектәрҙе асыҡлау буйынса рейдттар үткәрәләр. Самолетҡа ҡоштар бәрелеүе, двигателгә эләгеүе аварияға сәбәпсе булыуы ихтимал. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Елена Фазылова һөйләй.
Күптән түгел Мәскәүҙә Жуковский аэропортында һауа күтәрелгән самолет двигателенә ҡоштар инеп авариялы хәл тыуа. Лайнер ашығыс рәүештә аэропорт эргәһендәге яланға төшә.




