“Рено Логан” автомобиле юлдан сығып осҡан. Тән йәрәхәттәре алған 47 йәшлек водитель шунда уҡ йән биргән. Инспекторҙар әйтеүенсә, аварияның көслө томан арҡаһында булыуы ихтимал.
Үткән тәүлектә республикала 10-ға яҡын юл ҡазаһы теркәлгән. 2 кешенең ғүмере өҙөлгән, имгәнеүселәр бар.




