21 августа Сермән ауылы тирәһендә ир һәм ҡатындың ғәйеп булыуы тураһында хәбәр ҡабул ителгән. Ҡотҡарыусылар отряды тиҙ арала уларҙы эҙләргә сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкиле Елена Зиннәтуллина.
Һунарға сығыусылар, урманға барыусыларға фонарь һәм һыу алыу кәңәш ителә. Телефон аккумуляторының да тулы булыуын тикшереп сығырға кәрәк, ти ҡотҡарыусылар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Телефоны: 112.




