Башҡортостанда бизнесменды үлтерергә йыйынған енәйәтсе ҡулға алынды

Стәрлетамаҡта йәшәүсе эшҡыуар өйөнән сығып килгәндә граната шартлауынан йәрәхәттәр ала. Уны ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға оҙаталар.

Фото №1 - Башҡортостанда бизнесменды үлтерергә йыйынған енәйәтсе ҡулға алынды

Федераль именлек хеҙмәте Росгвардия менән берлектә ғәйепләнеүсе эҙенә баҫа, ул 34 йәшлек ир булып сыға. Тәфтишселәр фаразлауынса, газ ҡоролмаларын урынлаштырыу менән шөғөлләнгән бизнесменды конкуренттары үлтерергә теләгән. Енәйәтсе һаҡ аҫтына алынған, тикшереү дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ