Өфөлә өс йәшлек баланы ток һуҡҡан

Был хәл Мәжит Ғафури исемендәге паркта булған. Әсәһе менән йөрөгән малай үлән өҫтөндә электр сымын күреп ҡалып уны ҡулына алырға маташҡан һәм токка һуғылған.

Фото №1 - Өфөлә өс йәшлек баланы ток һуҡҡан

Балаға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән. Хәүефле урын кәртәләп алынған, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандар һағы идаралығынан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ