Насар түгел генә түгел, ә яҡшы. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың инвестиция күрһәткестәрен шулай баһаланы. Төбәктең инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәре менән ил башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа ҡыҙыҡһынды.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, инвестициялар төп капиталдың 113 процентын тәшкил итә. Үткән йылдарҙа был күрһәткес 90 тирәһе генә булған. Был йүнәлештә әле әүҙем эш алып барыла. Һөҙөмтәләр бар. Республикаға сит ил эшҡыуарҙары килә башланы, тине Радий Хәбиров.
Владимир Путин шулай уҡ төбәктә эшһеҙлек һәм балалар үлеме күрһәткестәренең яҡшынан булмауын билдәләне. Радий Хәбиров иһә был мәсьәләне етди күҙәтеүҙә тотоуын һәм хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреш алыуын белдерҙе. Медицина өлкәһе әле яңырыу кисерә. Тармаҡты үҫтереп демографияны күпкә яҡшыртыу күҙҙалана, тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Башҡортостандағы өс ҡалаға йылдам үҫеш биләмәһе статусы биреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Әле был ҡалаларҙа резиденттар йәлеп итеү буйынса эштәр бара. Сиратта Салауат һәм Ишембай ҡалалары, тине республика етәксеһе.
Владимир Путин Ишембайға көрәш менән шөғөлләнгәндә ярыштарға йөрөүен һәм яҡшы хәтерләүен әйтте. Көрәш Башҡортостанда яҡшы үҫешкән. 2021 йылда грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионатының тап беҙҙә үткәрелеүе лә асыҡ дәлил. Был күләмле сараға ла етди әҙерләнәбеҙ, тине Радий Хәбиров.





