Башҡортостанда банкрот тип иғлан ителгән төҙөлөш компанияларының өлөшсөләр алдында йөкләмәләрен көйләү буйынса фонд булдырыла. Был туралағы Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Фонд эшмәкәрлеге өсөн төбәктең төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты яуаплы. Хөкүмәт ултырышында үткән оператив кәңәшмәлә шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл төҙөлөшөнә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Республика етәксеһе үҙ сығышында ил президенты Владимир Путин менән осрашыуҙың һөҙөмтәле һәм файҙалы үтеүен билдәләне. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Күмертау авиация производство предприятиеһының яҙмышына бәйле ҡабаланырға ярамай. Уны үҫтереү, етештерелгән вертолеттарға һатып алыусылар эҙләүгә әүҙемлек күрһәтергә кәрәк. Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәне ил президенты Владимир Путин менән осрашыу һөҙөмтәләренән башланы. Эшлекле осрашыуҙа "Өфө-Ағиҙел" тимер юлы тармағы төҙөлөшө лә хуплау тапҡан. Уңышлы башланғысҡа ниһайәт, тәүге аҙым яһала.
Республика етәксеһе киләһе йылдан мәғариф учреждениелары биләмәләре, спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү буйынса яңы программа тормошҡа ашыра башлау тәҡдимен дә еткерҙе. Финанслау мәсьәләһен ҡарарға кәрәк. Яңы уҡыу йылында Башҡортостан белем усаҡтары парталарына 487 мең уҡыусы ултыра, уларҙың илле биш меңдән ашыуы беренсе синыфҡа бара. Был турала оператив кәңәшмәлә билдәләнде. 21 яңы мәктәптең файҙаланыуға тапшырылыуы республика кимәлендә икенсе сменала уҡытыуҙы 8 процентҡа кәметеүгә булышлыҡ иткән.
Әйткәндәй, Белем көнө сауҙа нөктәләрендә алкоголь продукцияһын һатыу тыйыла. Оператив кәңәшмәлә лә спиртлы эсемлектәр, этил спиртын етештереү һәм уларҙың әйләнеше буйынса законһыҙ эшмәкәрлеккә бәйле мәсьәлә күтәрелде. Был йүнәлештә контролде көсәйтеү мотлаҡ. Шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларҙы ағыулаусыларға ҡарата ҡәтғи саралар күреү кәрәклеге иҫкәртелде.
Йыл башынан Башҡортостанда алкоголь продукцияһынан ағыуланыуҙан 112 кеше һәләк булған. Был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға кәмерәк. Ыңғай үҙгәреш, тәү сиратта, республикала легаль булмаған спиртлы эсемлектәргә ҡаршы көрәштең әүҙемләшеүенә бәйле.
Шул уҡ ваҡытта республика Волга буйы федераль округында алданған өлөшсәләр һаны буйынса лидерҙар рәтендә. Күптәрҙе борсоған проблеманы хәл итеү маҡсатында төбәктә банкрот тип иғлан ителгән төҙөлөш компанияларының йөкләмәләрен көйләү буйынса Фонд булдырыла. Был туралағы Указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Шул уҡ ваҡытта «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы, Башҡортостан йыл башынан федераль бюджеттан 435 миллион һум финанс ярҙам алған. Был сумманың күп өлөшө балалар сәнғәт мәктәптәрен һәм махсус уҡыу йорттарын музыка ҡоралдары менән йыһазландырыуға, мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереүгә тотонолған. Милли проект буйынса алдағы йылдарҙа ла матди-техник базаны нығытыу бурысы ҡуйылған.
Оператив кәңәшмәлә Өфө дәүләт циркы буйынса проект эштәре башланыуы билдәләнде. Ҡурсаҡ театрын төҙөкләндереүгә экспертиза алынған, тиҙҙән ведомство федераль бюджеттан финанслау алыуға заявка ебәрә. Шулай уҡ 2025 йылға тиклем республикала ваҡ таш ҡулланып 11 мең саҡрымдан ашыу арала юл төҙөлөшө планлаштырылған.
Муниципалитеттар сеймалды урындағы карьерҙарҙан алып, был эште үҙ техникаһын ҡулланып башҡарһа, сығымдар аҙыраҡ килеп сығасаҡ. Радий Хәбиров ведомстволарға был башланғысты төптән анализларға ҡушты. Иҡтисади яҡтан отошло проект булырға тейеш.






