30 йәшлек ир Рәсәйҙә рөхсәт ителмәгән препараттар ярҙамында мускулдарын үҫтерергә теләгән

Нефтекамала йәшәгән 30 йәшлек ир Рәсәйҙә рөхсәт ителмәгән препараттар ярҙамында мускулдарын үҫтерергә теләгән. Ул Интернет стероидтар һатылыуы тураһында иғлан тапҡан һәм препараттар һатып алырға булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе почта бүлексәһендә посылка ҡабул иткәндә ҡулға алған.

Фото №1 - 30 йәшлек ир Рәсәйҙә рөхсәт ителмәгән препараттар ярҙамында мускулдарын үҫтерергә теләгән

Тыйылған дарыуҙар юҡ ителәсәк, тип хәбәр итәләр республика прокуратураһынан. Суд ҡарары буйынса, закон боҙған ир шартлы рәүештә 1 йылға иркенән мәхрүм ителгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ