Башҡортостан урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проекты сиктәрендә урмандарҙы һаҡлауҙы тормошҡа ашыра

Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның өсөн федераль ҡаҙнанан 151 миллиард һум аҡса алынған. Быйыл иһә «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектын тормошҡа ашырыуға бюджеттан 163,6 миллион һум аҡса бүленгән.

Фото №1 - Башҡортостан урман хужалығы министрлығы «Экология» милли проекты сиктәрендә урмандарҙы һаҡлауҙы тормошҡа ашыра

Дәүләт заказы буйынса ведомстволар һәм учреждениелар тарафынан урман тегеҙеү буйынса 81,7 миллион һумлыҡ финанс килешеүҙәр төҙөлгән. 37-шәр берәмек урман һәм янғын һүндереү техникаһы, ҡорамалдар һәм йыһаздар алыуға контракттар төҙөлгән. Урман майҙандарын тергеҙеү һәм арттырыу 60 процент тәшкил итә. 2024 йылға бер гектар ҡырҡылған урман урынына шул уҡ кимәлдә урман ултыртылырға тейеш.

Марат Шәрәфетдинов, Башҡортостандың урман хужалығы министры: “Урман етештереүселәр һәм арендалаусылар килешеү шарты нигеҙендә урман тергеҙеү буйынса саралар күрергә бурыслы. Быйыл 4700 гектарҙа урман үҫтерелде, ә киләһе йыл 5000 гектарҙа урман артасаҡ. Беҙ шулай уҡ инвентаризация һәм техник талаптарға ла етди иғтибар бүләбеҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Волна
Акции БСТ