Махсус зонаны ойоштороу хаҡындағы ғаризаға бөгөн Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Сәнәғәт-етештереү тибындағы «Алға» айырым иҡтисади зонаһын Башҡортостандың Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында төҙөү ҡаралған, ул төбәк өсөн инвесторҙар йәлеп итеү, яңы предприятиелар асыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу йәһәтенән уңайлы шарттар, мөмкинлектәр тыуҙыра.
Иҡтисади биләмә өсөн документтар ғинуарҙан алып әҙерләнгән, белгестәр әйтеүенсә, был бик сетерекле эш, документтар ғына 41 папка тупланған. Әҙерлек сиктәрендә, төрлө эксперттар менән фекер алышыуҙар ойошторолған, башҡа төбәктәрҙең ошо йүнәлештәге эш тәжриәбәһе өйрәнелгән.
Ғариза әҙер, хәҙер инде федераль властарҙың ҡарарын ғына көтөргә ҡала. Уның хупланыуына өмөт итәйек, тине республика етәксеһе документҡа ҡул ҡуйғандан һуң.





