Юл-транспорт ваҡиғаһының видеояҙмаһы социаль селтәрҙә таралған. Унан күренеүенсә, автоинспектор ҙур тиҙлектә килгән “КамАЗ”ды туҡтатырға тырыша. Йөк машинаһы еңел автомобилдәргә килеп бәрелә. Бер юлы 4 машина зыян күрә.
Юл ҡазаһында 33 йәшлек пассажир ҡатын имгәнгән. Ул дауаханаға оҙатылған. Инспекторҙар аныҡлауынса, “КамАЗ рулендә” 61 йәшлек водитель ултырған. Авария Октябрьский ҡалаһында булған.




