Башҡортостан тәфтишселәре Мәләүез ҡалаһында 15 йәшлек үҫмерҙең үлемен тишерә. Был хәл 26 августа була. 12-17 йәшлек балалар гаражда иҫерткес эсә, газ еҫкәп шаяра. Бер нисә сәғәттән үҫмерҙәрҙе полиция күреп ҡала.
Балаларҙың береһе үҙен насар тойоп йығыла. Уға тәүге ярҙам күрһәтелә. Малайҙы дауаханаға алып баралар. Әммә табиптар ҡотҡарып өлгөрмәй.
Һуңғы биш айҙа Башҡортостанда газ еҫкәп, ағыуланып 3 кеше үлгән.




