Ҡариҙел районы Абыҙ ауылына бүреләр һөжүм иткән

Һуңғы аҙна-ун көн эсендә генә ике осраҡ теркәлгән. Урындағы халыҡ ярҙам һорап һунарсыларға мөрәжәғәт иткән. Ә улар был хәлдең ялған хәбәр булыуын билдәләй. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Фото №1 - Ҡариҙел районы Абыҙ ауылына бүреләр һөжүм иткән

Фәриҙә Хафизова ул мәлде ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Таңғы биштәр тирәһендә эттең сәйер тауышына һиҫкәнеп уяна. Бүре йөрөгәнен ханым бығаса ла белгән. Шуға ла ихатаға сығыр алдынан ул тәүҙә петарданы тоҡандырып кәртәгә ырғыта.

Ошо уҡ хәл ике-өс көн элек ауылдың икенсе осонда теркәлә. Был юлы йорт хайуанынан тик аяҡтары ғына ҡала.

Осраҡҡа бәйле урындағы халыҡ ярҙам һорап һунарсыларға мөрәжәғәт итә. Улар үҙ сиратында бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тигән фекерҙә. Абыҙҙа ниндәй ҙә булһа йыртҡыстың йөрөүен ошо уҡ ауылда йәшәүсе егерь ҙә инҡар итә.

Ҡариҙел районы буйынса һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы төбәктәге һәр баш бүренең иҫәптә булыуын билдәләй. Бөгөн улар өс тиҫтәнән дә артмай. Шуға ла әлеге ваҡытта, йыртҡыстарҙың йорт хайуандарына ташланыуы икеле, ти һунарсылар.

Һунарсылар хәбәрҙе ялғанлаһа ла, Ринат Нәсретдинов уларға ышанмай. Һүҙҙәрен ҡеүәтләр өсөн ул ергә күмелгән этенең өлөштәрен ҡаҙып алыуҙан да тартынманы.

Фәриҙә Хафизованың этендәге яралар? Хайуанды әлегә тиклем бер кем дә килеп күрмәгән.

Һунарсылар барыбер үҙ фекерендә ныҡ тора. Бүре булмағас ауыл эттәренә нимә ташланған?

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ