Күләмле төҙөлөшкә бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын старт бирҙе. Илдәге иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһендә эш башлау предприятие өсөн дә, төбәк тарихында ла яңы бит аса. Подольск руднигы биргән мөмкинлектәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла танышты.
Ҡола яландағы нигеҙ ташы ябай ғына түгел, уның аҫты тулы файҙалы ҡаҙылмалар. Был ерҙәр баҡыр, цинк, алтын ятҡылыҡтарына бай. Объект республикаға иҡтисади йәһәттән дә, социаль яҡтан да бик әһәмиәтле.
Подольск ер аҫты руднигын төҙөү тураһындағы килешеүгә быйыл Сибайҙа үткән тәүге инвестиция һабантуйында ҡул ҡуйыла. Предприятиеға Урал тау-металлургия комбинаты 50 миллиард һум тирәһе инвестиция һалырға ниәтләй.
Подольск эргәһендәге баҡыр-цинк ятҡылыҡтары геологтар тарафынан 1971 йылда уҡ табыла, бындағы үҙәк һәм себер ятҡылыҡтарында 88 миллион тоннанан ашыу руда запасы һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар бар. Подольск руднигын ике этапта сафҡа индереү ҡаралған. Тәүге сират 2025 йылда файҙаланыуға тапшырыла, объектта 600 кешегә эш урыны асылыр тип көтөлә.
Ә рудник тулы ҡеүәткә сығыу менән эшселәр һаны 1400- гә етергә тейеш. Сығарылған ҡаҙылмалар күләме иһә йылына дүрт миллион тоннанан артыр тип көтөлә.
Хәйбулла районында ер аҫты руднигынан тыш, табылған руданы эшкәртеү өсөн тау байыҡтырыу фабрикаһы төҙөү ҙә ҡаралған. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, бындағы ер аҫты запастары 44 йылға етергә тейеш.





