Башҡортостан һайлауҙарын Рәсәй Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет күҙәтәсәк

Был турала Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында ойошманың яуаплы сәркәтибе Ирина Киркора белдерҙе. Төбәктә 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк, уларҙың 307-һе генә тәүге ҡаттан юғарыраҡ урынлашҡан. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға булдырылған уңайлы шарттар, һайлау барышына индерелгән яңылыҡтар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Фото №1 - Башҡортостан һайлауҙарын Рәсәй Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет күҙәтәсәк

Рауил Нафиҡов Өфөнөң Дим биҫтәһендәге һайлау участкаһы менән таныша. 101-cе мәктәпкә юл асыҡ, инвалид-коляскаһында үтеүе еңел, коридорҙа таянғыстар ҙа бар. Бюллетендәрҙе тәүге ҡатта уҡ тултырырға була. Берҙәм тауыш биреү көнөндә урында ирекмәндәр ҙә эшләйәсәк.

Рауил Нафиҡов, Өфөлә йәшәүсе: “Был минең гражданлыҡ бурысым. Һайлауға барам. Участка яҡшы, пандус-таянғыстар бар”.

Пенсия фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда физик мөмкинлектәре сикле булған 256 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың ун ике меңе инвалид коляскаһында йөрөй. Күреү, ишетеү һәләттәре насар булғандар ҙа һайлау көнө ярҙамға мохтаж. Ошо маҡсатта Өфө, Белорет, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында барлығы алты махсуслаштырылған участка эшләйәсәк. Шул иҫәптән баш ҡаланың медицина колледжы ла һайлаусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Учреждениеға илткән йәйәүлеләр үткәүелендә махсус юл билдәләрен дә күрергә мөмкин.

Гөлнара Ғиләжетдинова, Өфө медицина колледжы директоры урынбаҫары: “Беҙҙең колледжда инвалидтар уҡый, шуның өсөн беҙ уларға махсус шарттар булдырҙыҡ, тактиль юлдар һалынған, инвалид-коляска бар. Коридор киң, күрһәтеүсе билдәләр бар”.

Һайлау тәртибе хаҡында мәғлүмәт дәфтәрҙәре лә әҙерләнгән. Улар махсус рәүештә Брайль шрифты менән яҙылған. Шулай уҡ кандидаттар хаҡында плакаттар бында ҙурыраҡ үлсәмдә ҡуйыла. Белгестәр билдәләүенсә, быйыл һайлауға әҙерлек эше йәнле бара. Биналарҙа пандус, саҡырыу төймәләре һаны артыуы күҙәтелә. Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел.

Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн һайлау участкаларына илткән юл уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Ошо маҡсатта төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы инвалидтар менән эшләү буйынса эшсе төркөм ағзалары Өфө буйлап рейд ойоштора. Уның сиктәрендә 39-сы гимназия алдында юл хәрәкәтенең көсөргәнешле, ә инвалидтар өсөн парковка урындарының аҙ кимәлдә булыуы билдәләнә.

Һайлау участкаһына ҡарата башҡа иҫкәрмәләр булмай. Инвалид коляскаһында килеүселәр өсөн уңайлы мөхит булдырылған, юлды күрһәтеүсе билдәләр ҙә бар.

Айгөл Ғәниева, Өфөнөң 39-сы гимназияһы директоры: “Инвалидтар өсөн инеү урыны әҙерләнгән, видеокамералар ҡуйылған, эвакуация юлдары бар. Беҙ һайлауға әҙербеҙ”.

Акции БСТ

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында июнь айынан ҡыҙыу линия эшләй. Һайлаусылар менән тура бәйләнештә комиссия рәйесе Илона Макаренко булды. Күптәрҙе теркәү урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы, шулай уҡ һайлау процедураһына индерелгән яңылыҡтар менән танышырға теләүселәр ҙә бар. Быйыл Мәскәү ҡалаһында 30 һанлы һайлау участкаһы эшләйәсәк, әлегә 69 яҡташыбыҙ илдең баш ҡалаһында тауыш бирергә теләк белдергән.

Илона Макаренко, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “Һайлау көнөндә Мәскәүҙә булған яҡташтарыбыҙ әүҙемлек күрһәтер тип көтәбеҙ. Сөнки һанлы участкалары – тәжрибә булараҡ ҡулланыла. Әгәр был башланғыс уңышлы тип табылһа, 2021 йылда үтәсәк һайлауҙарҙа ошондай участкалар һаны Рәсәй буйынса биш меңгә етәсәк. Һөҙөмтәлә илдең баш ҡалаһында ғына түгел, башҡа төбәктәрендә лә Башҡортостанда ойошторолған һайлауҙар буйынса тауыш биреү мөмкинлеге буласаҡ”.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда һайлау мәлендә тәртип боҙоуға юл ҡуйылыуы тураһында ялыуҙар әҙерләнеүе тураһында сәйер мәғлүмәт таралған. Был турала Рәсәй Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Советтың яуаплы сәркәтибе Ирина Киркора белдерҙе. Провокация яңылыҡтары буйынса тикшереү эше уҙғарыласаҡ.

Ирина Киркора, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың яуаплы сәркәтибе: “Булгаков ауылындағы һайлау участкаһында алдан уҡ тәртип боҙолоуы тураһында дәғүәләр яҙылған сәйер текст алдыҡ. Шуға ла совет рәйесе Михаил Федотов Башҡортостандағы һайлауҙарҙы күҙәтәсәк эшсе төркөмдө үҙе етәкләргә ҡарар итте”.

Берҙәм тауыш биреү көнө һәр кем иртәнге сәғәт 7-нән алып киске сәғәт 9-ға тиклем үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерә ала. Быйыл һайлау участкаларында 225 КОИБ – бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ. Теркәү урынынан ситтә тауыш бирергә теләүселәр 4 сентябргә тиклем территориаль һайлау комиссиялары, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеп, ғариза яҙа ала. Шулай уҡ Дәүләт порталы аша ла уңайлы һайлау участкаһын билдәләргә мөмкин.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ