Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат һәм Мәләүез ҡалаларында булды

Салауат ҡалаһында «Төҙөүсе» стадионын капиталь төҙөкләндереү башлана.

Фото №1 - Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат һәм Мәләүез ҡалаларында булды

Төп эш күләме киләһе йылға тура киләсәк. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров спорт ҡоролмаһын ҡарап сыҡҡандан һуң ошондай ҡарар ҡабул итте. Салауат һәм Мәләүез ҡалаларына эш сәфәре барышында ул шулай уҡ социаль, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, сәнәғәт предприятиелары менән танышты. Был хаҡта БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһы илдең иң ҡеүәтле нефть-газ комплекстарының береһе, бында хеҙмәткәрҙәр һаны ғына 16 меңдән ашыу, йәғни үҙе бер ҡала. Салауат заводы бер юлы өс йүнәлеште- нефть эшкәртеү, химия продукцияһы һәм минераль ашламалар сығарыуҙы берләштереүе менән уникаль.

Радий Хәбиров предприятиела инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу, етештереү линияларын яңыртыу барышы менән танышты. Салауат продукцияһы донъяның 50-ләп төбәгенә оҙатыла. Йәғни, урында импортты алмаштырыуҙың тулы линияһы яйға һалынған.

Хужалар әйтеүенсә, предприятиела экологик хәүефһеҙлеккә ныҡлы иғтибар бирелә. Радий Хәбиров ҡаланың төрлө өлөшөндә һауа сифатын тикшереү буйынса пункттар асырға ҡушты.Салауаттың «Битум» предприятиеһында ла әле күләмле төҙөлөш бара, бында юғары сифатлы продукция сығарыла. Республика етәксеһе юлдарҙы ремонтлағанда үҙебеҙҙә етештерелгән битумды ҡулланыу бурысын ҡуйҙы.

«Төҙөүсе» стадионы Салауаттың киләсәктә спидвей үҙәгенә әйләнеүе лә мөмкин. Радий Хәбиров спорт объектын ремонтлауҙы хупланы, капиталь төҙөкләндереү киләһе йыл башлана, барыһы 200 миллион һум аҡса йүнәлтелә. 6300 кешегә иҫәпләнгән стадион әле ныҡ иҫкергән, шуға ҡарамаҫтан спидвей мәктәбе уңышлы эшләп килә, хатта донъя чемпиондары бар.

Киләһе йыл Салауатта яңы хирургия корпусы ла сафҡа инә, ҡала дауаханаһын төҙөү үткән быуаттың 80-се йылдарында башлана, әммә ул проблемалы обьектҡа әйләнә. Эш биш йыл элек йәнләнә, ике корпус сафҡа индерелә, сиратта- хирургия бүлексәһе. Уны төҙөүгә 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Табиптар менән осрашыуҙа билдәләнеүенсә, быйыл йәш белгестәр ҡайтҡан, әммә табиптарға ҡытлыҡ һаман бар.

«Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән иң ҙур майҙан да Салауат ҡалаһында. Салауат Юлаев урамындағы алты йорт ихатаһын тәртипкә килтереү өсөн 29 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, төҙөкләндереү халыҡ фекеренә таянып башҡарылған, ремонтты 1 октябргә тамамлау ҡарала. Бында видеокүҙәтеүгә тиклем буласаҡ. Ихатаны танырлыҡ түгел, ти хужалар.

Салауат сәнәғәтселәр ҡалаһы, иҡтисады көслө. Урында киләсәкте хәстәрләүгә лә етди иғтибар бирелә, һәләтле балалар үҙәге уңышлы эшләп килә, учреждение «Салауатнефтехимпроект» йәмғиәте ҡарамағында. Радий Хәбиров ҡалала заманса белем усағы төҙөләсәген дә белдерҙе. Салауатта ике тиҫтә йылдан ашыу яңы мәктәп һалынғаны юҡ. Ҡалала башҡа күләмле төҙөлөштәр ҙә көтөлә.

Мәләүездә ҡалаһында иһә подьездарҙы ремонтлау уңышлы бара. 32-се микрорайонда әле ике подъезд ремонтланған, халыҡ үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт. Ә бына ат спорты комплексы ремонтты түҙемһеҙләнеп көтә.

«Толпар» ат спорты комплексы республикала физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләгән берҙән-бер үҙәк, әммә әле объект төҙөкләндереүгә, яңыртыуға мохтаж, ҡыйыҡты инженер селтәрҙәрен алмаштырыу халыҡ ара талаптарға яуап биргән манеж төҙөү күҙаллана. Ә балалар бында бик яратып шөғөлләнә.

Радий Хәбиров сентябрь башында ат спорты буйынса кәңәшмә уҙғарырға һәм проблеманы уртаға һалып тикшерергә тәҡдим итте.

Республика етәксеһе Мәләүез һөт консерва комбинатында ла булды. Бында балалар өсөн ҡоро ҡатнашмалар сығарыу ҡарала, ул өҫтөнлөклө инвестиция проекты. Күләм йылына 10 мең тоннаға етергә тейеш. Өҫтәмә рәүештә 80 эш урыны асыла. Радий Хәбиров Мәләүез районында «Индюшкин» предприятиеһының эшмәкәрлеге тергеҙелеүен дә белдерҙе

Һәр төбәктең үҙенә генә проблемалары ла, уңыштары ла бар, эш сәфәрҙәре уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә булышлыҡ итә. Төбәктәрҙәге темалар, проекттар инвестиция сәғәттәренә тәҡдим ителә, хөкүмәт ултырыштарына сығарыла.

Автор: Р. Кәримова

Волна
Акции БСТ