Дүртөйлө районында әсә үҙ балаһын ер аҫтына күмгән

Дүртөйлө районында юғалған бер йәшлек Тимур Хәбировтың кәүҙәһе табылды. Бөгөн тәфтиш комитеты хәлдең нисек булғанын еткерҙе.

Фото №1 - Дүртөйлө районында әсә үҙ балаһын ер аҫтына күмгән

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хоҡуҡ һаҡсылары менән әсәй кеше араһында психологик контакт булдырыла һәм ҡатын барыһын да һөйләп бирә, балаһын күмгән урынды күрһәтә. 29 август төнөндә ул үҙенең бер йәшлек балаһын быуып үлтерә, аҙаҡ ихатаһында соҡор ҡаҙа һәм шунда ерләй.

Кәүҙә ҡатын күрһәткән урында, ярты метр тәрәнлектә табыла. Сабый юрғанға төрөлгән була. Тәфтишселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан. Суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән. Ғәйепләнеүсе ҡатын ҡулға алынған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ