Башҡортостанда бюлеттендәр һайлау комиссияларына оҙатыла башланы

Башҡортостан Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың айырым округтарына ойоштороласаҡ һайлауға өс миллиондан ашыу бюллетень әҙерләнгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө өфөләргә тәғәйенләнгән. Бөгөн Благовар районының «Белая река» нәшриәтенән бланктар территориаль комиссияларға оҙатыла башланы. 6 сентябрҙә улар участкалар буйынса бүленәсәк. Шулай уҡ урында ҡулланыуға яраҡһыҙ, артыҡ тип табылған бюллетендәр, уларҙы баҫтырыу формалары ла юҡ ителде. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Фото №1 - Башҡортостанда бюлеттендәр һайлау комиссияларына оҙатыла башланы

Типографияларҙа баҫтырылған ун меңгә яҡын һайлау бюллетене ҡулланыуға яраҡһыҙ тип табылған. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһының эшсе төркөмө тарафынан был бланктарҙы юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Бер нисә өлөшкә бүлеп ҡырҡылған ҡағыҙ ҡалдыҡтары артабан икенсел эшкәртеүгә ебәреләсәк. Бюллетендәрҙе баҫтырыу формаларының да хәҙер кәрәге юҡ.

Динар Шәйхетов, «Белая река» нәшриәте инженеры: “Был ҡулланылған формаларҙы хәҙер беҙ бөкләйбеҙ, уларҙы юҡ итәбеҙ, был һайлауҙар ғәҙел үтһен өсөн кәрәк, башҡа ҡулланмайбыҙ”.

Ҡыҫҡыс ярҙамында махсус формалар ҙа бер нисә минут эсендә утилләштерелде. Был алым һәр һайлау алдынан башҡарыла. Эш процессы тамамланғандан һуң ғына Өфө һәм Благоварҙағы типографияларҙа заказ буйынса баҫтырылған бюллетендәр район-ҡалаларға оҙатыла башлай, уларҙы ҡабул итеү-тапшырыу акттары тултырыла. Әйткәндәй, быйыл башҡорт, рус һәм татар телдәрендә өс миллиондан ашыу бланк әҙерләнгән.

Район-ҡалаларға бүленгән ҡаптарҙың үлсәмдәре төрлөсә. Был урындарҙа һайлаусылар һанына бәйле. Әйтәйек, Межгорьела буласаҡ республика башлығы өсөн ун өс меңгә яҡын кеше тауыш бирәсәк. Ҡалала тулыһынса КОИБтар, йәғни бюллетендәрҙе комплекслы эшкәртеү ҡоролмалары ҡулланыла.

Тәүге бюллетендәр Урал аръяғы райондарына оҙатылды. «Махсус бәйләнеш» предприятиеһының йөк машиналары территориаль һайлау комиссияларына юлланды. Һайлау көнө алдынан бланктар участкалар буйынса таратыласаҡ.

Рөстәм Хәбибуллин, «Белая река» нәшриәтенең матди тәьминәт бүлеге етәксеһе: “83 төргәк әҙерләнгән, 3 сентябргә тиклем барыһын да оҙатабыҙ. Иң күп һайлаусылар Өфө ҡалаһынан. Унан һуң Стәрлетамаҡ, Бәләбәй райондары һәм Салауат ҡалаһы килә”.

Типографияларҙа бюллетендәрҙе әҙерләү бер ай дауам иткән. Быйыл өҫтәмә һаҡ сараһы булараҡ микрошрифт менән яҙыуҙар ҡулланылған. Һайлау көнө бланктар менән һәр кем таныша ала. Участкалар иртәнге сәғәт 7-нән алып киске сәғәт 9-ға тиклем эшләйәсәк. Теркәү урынынан ситтә тауыш бирергә теләүселәр 4 сентябргә тиклем территориаль һайлау комиссиялары, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итеп ғариза яҙа ала. Шулай уҡ Дәүләт порталы аша ла уңайлы участканы билдәләргә мөмкин.

Илона Макаренко, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: “Һайлауҙың тыныс шарттарҙа, тәртип боҙоуһыҙ үтеренә ышанабыҙ. Был көнгә күптән әҙерлек башланды, участка һәм территориаль комиссия ағзалары өсөн махсус рәүештә уҡыуҙар ойошторолдо, курсттарҙа улар үҙҙәрен нисек тоторға, һайлаусылар менән нисек эшләргә өйрәнде, ҡануниәттәге яңы нормаларға бәйле белемен камиллаштырҙы”.

Волна

Башҡортостанда физик 256 меңдән ашыу мөмкинлеге сикләнгән кеше йәшәй, уларҙың ете меңендә күреү һәләте насар. Улар өсөн Өфө, Белорет, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында барлығы алты махсуслаштырылған участка эшләйәсәк. Урында һайлау тәртибе хаҡында мәғлүмәт дәфтәрҙәре Брайль шрифты менән яҙылған, инвалидтарға ирекмәндәр ҙә ярҙамға килергә әҙер. Белгестәр билдәләүенсә, быйыл һайлауға әҙерлек эше йәнле ойошторолған. Биналарҙа пандус, саҡырыу төймәләре һаны артҡан, уңайлы мөхит булдырылған. Мөһим сәйәси сарала күҙәтеүселәр ҙә күп ҡатнаша

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ