Онкология менән көрәштең был алымы республикала быйыл ғына ғәмәлгә ашырыла башланы. Белгестәр әйтеүенсә, яман шеш сирҙәрен беренсе һәм икенсе стадияларында асыҡлағанда унан тулыһынса арыныу ҙа мөмкин. Табиптарҙы был эшкә нығыраҡ йәлеп итеү ниәтендә республика етәкселеге аҡсалата дәртләндереү сараһы булдырҙы. Бөгөн «Сәләмәтлек сәғәте» форматында үткән күсмә кәңәшмәлә тәүге алты табипҡа сертификаттар тапшырылды.
Универсаль өҫтәл. Яңғырауыҡлы атама артында тәгәрмәстәр ҡуйылған ябай тартмалы ҡумта . Бер ниндәй ҙә юғары технологиялар талап ителмәгән. Әммә шул ғына яңылыҡ та медицина ярҙамы сифатын күпкә яҡшыртҡан. Хәҙер баш ҡаланың 13-сө дауаханаһында пациенттар табип эҙләп түгел, ә табиптар ошо универсаль өҫтәлде тәгәрәтеп ауырыуҙарға килә. Улары ла тырым-тыраҡай түгел, ә үҙәкләштерелгән тикшереү залында ғына ултыра.
Дауахананың һаҡсыллығы хәҙер һәр ерҙә лә күренә. Йыйыштырыусылар ҙа хәҙер биҙрәләр күтәреп, иҙәндәрҙе шыялап пациенттар менән табиптарға ҡамасаулап йөрөмәй. Уларҙың эше лә бер тәртипкә һалынып айырым урындар бүленеп бирелгән. Биҙрәләр ҙә күп функциялы. Тәү ҡарашҡа ваҡ эш,әммә тап шул рәүешле генә медицина учреждениеһы йылына 11 миллион һум экономиялауға өлгәшкән. Шулай ҙа эш аҡсала түгел, ти табиптар.
Аҡыллы ҡабул итеү бүлмәһе ойошторолоуы бик күп кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Был мәсьәлә күсмә Сәләмәтлек сәғәтендә лә өйрәнелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәктә үлем осраҡтары кәмегән. Ләкин тынысланырға ярамай. Был күрһәткестәр тап медицинаның ҡаҙанышы булғанда ғына ҡыуанырға мөмкин. Әлеүҙгәренштәр төрлө тармаҡтарҙа башланған әүҙем эшмәкәрлек һөҙөмтәһе , тине Радий Хәбиров.
Ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү ҙә үлем һанын кәметеүгә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл Башҡортостанда яман шеште киҫкенләшмәҫ борон асыҡлаусы табиптарға 5 мең һум аҡса түләнә башланы. Радий Хәбиров бер төркөм белгестәргә тәүге сертификаттарҙы итапшырҙы.
Үлемде кәметеү өсөн беренсел медицины тағы ла көсәйтергә кәрәк тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ауылдарҙа фельдшер акушерлыҡ пункттары төҙөү әүҙемләште. Әммә был темп менән барғанда, 2024 йылға тиклем «Сәләмәтлек» милли проекты ҡуйған маҡсаттарға ирешеү мөмкин түгел. Радий Хәбиров киләһе йылға ФАП-тар төҙөүгә бүленгән аҡсакларҙы ике тапҡырға арттырырыға ҡушты.





