Бөрө трактында 27 йәшлек водитель 99-сы модель «ВАЗ» автомобилендә идара итеүҙе юғалтып, электр бағанаһына барып бәрелә. Һөҙөмтәлә үҙе һәм 20 йәшлек пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була.
Тағы ике пассажир, шулай уҡ йәш егет менән ҡыҙ ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, рулдәге егет 2016 йылда уҡ иҫерек килеш автомобилгә идара иткәне өсөн водитель таныҡлығын алдырған булған.




