Бөгөн Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө. Иртәнге сәғәт етелә төбәктә барлыҡ һайлау участкалары ла асылды.
Киске сәғәт туғыҙға һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәй ала. Республика Үҙәк һайлау комиссияһына барлыҡ участкаларҙан да тауыш биреүселәр хаҡында оператив мәғлүмәт еткерелә. Район-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең әүҙемлегенә бәйле яңылыҡтар менән бөгөн БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштырып барасаҡ.
Хәйерле иртә, республика! Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында иртәнге сәғәт етелә мәғлүмәт үҙәге үҙ эшен башланы. «Ҡыҙыу линия» булдырылған. Телефон бәйләнеше аша халыҡ мөрәжәғәттәре ҡабул ителә. Көн дауамында төбәктә ойошторолған һайлауҙарға бәйле брифингтар ҙа ойоштороласаҡ. Быйыл өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләй. Уларҙың барыһы ла алдан тәғәйенләнгән ваҡытта, сәғәт етелә асылды.
Штаттан тыш хәлдәр теркәлмәгән. Башҡортостан Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың айырым округтарына ойоштороласаҡ һайлауға өс миллиондан ашыу бюллетень әҙерләнгән. Район-ҡалаларҙа коибтар, һайлау бюллетенен эшкәртеү комплекстары ла ҡулланыла. Уларҙың иҫәбе – 225. Шулай уҡ бөгөн Мәскәү ҡалаһында 30 һанлы һайлау участкаһы эшләйәсәк, 181 яҡташыбыҙ илдең баш ҡалаһында тауыш бирергә теләк белдергән. Әгәр был башланғыс уңышлы тип табылһа, 2021 йылда үтәсәк һайлауҙа ошондай һанлы участкалар һаны Рәсәй буйынса биш меңгә етәсәк. Һөҙөмтәлә илдең баш ҡалаһында ғына түгел, башҡа төбәктәрендә лә Башҡортостанда ойошторолған сәйәси кампания буйынса ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ. Әйткәндәй, теркәү урынынан ситтә урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш биреүгә ғаризалар 4 сентябргә тиклем ҡабул ителгәйне. Был мөмкинлек менән республикала йөҙҙәрсә кеше файҙаланған.
Төбәктә физик мөмкинлеге сикләнгән 256 меңдән ашыу кеше йәшәй, уларҙың ете меңенең күреү һәләте насар. Улар өсөн Өфө, Белорет, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында махсуслаштырылған алты участка эшләй. Урында һайлау тәртибе хаҡында мәғлүмәт дәфтәрҙәре Брайль шрифты менән яҙылған, инвалидтарға ирекмәндәр ҙә ярҙамға килергә әҙер.
Белгестәр билдәләүенсә, быйыл һайлауға әҙерлек эше йәнле ойошторолған. Биналарҙа пандус, саҡырыу төймәләре артҡан, уңайлы мөхит булдырылған. Башҡортостан халҡын мөһим сәйәси саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам!





