Бөгөн Башҡортостан халҡы төбәк башлығын, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың айырым округтары һәм урындағы советтарға депутаттар һайлай. Иртәнге сәғәт етелә республика биләмәләрендә 3434 һайлау участкаһы ишектәрен асты.
Сәғәт киске туғыҙға тиклем һәр кем тауыш биреүҙә ҡатнаша ала. Һайлау барышы тураһында мәғлүмәттәр яңыртылып тора, иң һуңғы мәғлүмәттәр ошо минуттарҙа Республика Үҙәк һайлау комиссияһында ойошторолған сираттағы брифингта иғлан ителәсәк. Әлеге мәлдә унда беҙҙең ижади төркөм дә эшләй. Студия менән тура бәйләнештә БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында бер нисә секундтан сираттағы брифинг башлана. Журналистар алдында мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Йыһанур Алтынбаев сығыш яһаясаҡ. Төп тема коибтар эшмәкәрлеге, участкаларҙың видеокамералар менән йыһазландырылыуына бәйле
Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында сираттағы брифинг киске сәғәт етенсе яртыға тәғәйенләнгән. Унда «ҡыҙыу элемтәгә» килгән мөрәжәғәттәр,ялыуҙар буйынса мәғлүмәт еткереләсәк. Бөгөн барлығы ике йөҙгә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән. Һайлау тамамланыуға һанаулы сәғәттәр ҡалып бара. Республика киләсәген билдәләүҙән ситтә ҡалмағыҙ. Киләһе сығарылышҡа тиклем.





