“БМВ Х3” автомобиле руле артында ултырған 49 йәшлек водитель светофорға туҡтаған “Форд Фокус”ҡа бәрелгән. Уныһы “Митцубиши Кольт” һәм “Лада Калина”ны барып төкөгән. Һөҙөмтәлә, ике водитель зыян күргән, шулай уҡ салонда ултырған өлкән пассажир һәм ике бала йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “БМВ Х3” водителе рулгә эскән килеш ултырған булған.
Үткән аҙнала республикала 82 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, 97 кеше йәрәхәтләнгән, 8-е һәләк булған. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.
Авариялар күберәк юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында теркәлә.




