Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына үҙенә күрһәтелгән ышаныс һәм әүҙемлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, алдан иҫәпләүҙәр буйынса 72 процентҡа яҡын кеше тауыш биргән. Йәғни, 2 миллион 100 мең тирәһе кеше үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән тигән һүҙ.
Был Рәсәй Федерацияһындағы иң юғары күрһәткестәрҙең береһе һәм мөһим күрһәткес, тине Радий Хәбиров. Ул төбәктә 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш стратегияһы әҙерләнеүен дә билдәләне. Документ ил президенты указдарына һәм милли проекттарға нигеҙләнгән, әммә һәр ҡала-райондың үҙенсәлектәре иҫәпкә алынып өҫтәмәләр индереләсәк. Оператив кәңәшмәлә Андрей Назаровтың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарасағы хаҡында ла иғлан ителде. Шулай уҡ инаугурация датаһы билдәле булды. Тантана19 сентябрҙә үтә.
Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" акцияһына әҙерлек кимәле тикшерелде. Уның тәүге этабы яҙ үтте һәм республика буйынса 100 меңдән ашыу ағас ултыртылды. Көҙгө этап октябргә тәғәйенләнгән. Хөкүмәт ҡарамағына экспортты үҫтереү менән бәйле һорауҙар ҙа сығарылды, киләсәктә сәнәғәт, ауыл хужалығы продукцияһын ситкә оҙатыуҙы арттырыу ҡарала, сит дәүләттәр менән бәйләнештәр ҙә нығый.Төркиәнең Истамбул ҡалаһында Башҡортостан вәкиллеге лә асыласаҡ. Әле медицина системаһы өсөн дә яуаплы осор, халыҡҡа грипп һәм киҫкен респиратор йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакцина яһау башланған. Ошо маҡсатта федераль һәм республика бюджетынан аҡса бүленгән.





