Өфө менән Канаданың Монреаль ҡалаһындағы ваҡыт айырмаһын иҫәпкә алғанда бөтә донъя умартасылар конгресы беҙҙең өсөн тәүлектең ҡараңғы ваҡытында башланған була. Ике йылға бер үткәрелгән форумда Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.
Республика Апиэкспо күргәҙмәһендә төбәктең баллы потенциалын сағылдырған ҙур экспозиция ойошторҙо. Шулай ҙа быйыл маҡсат үткән Апимондиялағы кеүек барыһын да хайран ҡалдырыу түгел. Башҡортостан 2021 йылда Дания, Словения, Сербия менән дәғүәләшеп халыҡ-ара умартасылар йыйынын уҙғарыу хоҡуғы яулап алды.
Был юлы республика тәжрибә уртаҡлашыу, күләмле сараны ойоштороу үҙенсәлектәрен өйрәнеү, Өфөгә ҡунаҡтар саҡырыу һәм эстафетаны ҡабул итеү өсөн барҙы. Канадала беҙҙең хәбәрселәр ҙә эшләй. 46-сы Апимондияның тәүге көнө тураһында Айнур Кәбировтың репортажында ҡарағыҙ.





