Халыҡ-ара умартасылар конгресының абруйлы баһалама ағзалары Башҡортостанда етештерелгән татлы ризыҡтарҙы иң сифатлыһы тип билдәләне. Канаданың Монреаль ҡалаһына республиканың Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге Ишембай балын алып барған. Әйткәндәй, Ишембайҙың саған балы ла Апимондияның көмөш миҙалын яуланы.
Республика эшҡыуарҙары етештергән кәрәҙ һәм балауыҙдан эшләнгән әйберҙәр шулай уҡ алтын миҙал менән бүләкләнде. Умартасылыҡ косметикаһы, кәрәҙҙән эшләнгән фигуралар бронза миҙалдарға лайыҡ булды. Ғөмүмән, бөтә донъя умартасылары йыйынының икенсе көнө лә Башҡортостан өсөн уңышлы үтте. Тиҫтәләгән эшлекле осрашыуҙар, төҙөлгән килешеүҙәр һәм хеҙмәттәшлек башланғыстары.
Умартасылар конгресы сиктәрендә Рәсәйҙең Монреаль ҡалаһындағы генераль консуллығында Башҡортостан һәм Канада эшҡыуарҙарының осрашыуы уҙҙы. Бизнес миссия менән республиканан биш йүнсел килгән. Улар башлыса ҡортсолоҡ һәм аҙыҡ-түлек өлкәһендә эшләй. Маҡсат - Башҡорт балын экспортлауҙы үҫтереү. Бының өсөн мөмкинлектәр бар. 2018 йылда тап Канада башҡорт балын иң күп һатып алыусы ил булған. Ләкин һуңғы йылда тауар әйләнешендә ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән.
Рәсәйҙең Монреаль ҡалаһындағы генераль консулы ла Башҡортостан эшҡыуарҙарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе. Александр Носковтың үҙенең ҡыҙы ла күптән түгел дәүләт хеҙмәтен ҡалдырып умартасылыҡ менән шөғөлләнергә булған. Ҡорт балын тап Башҡортостандан һатып алып Ҡырым баҙарына сығарыуы ла хеҙмәттәшлек бәйләнештәрен нығытыу кәрәөлеге тураһында һөйләй, тине генераль консул.
Ыңғай тәжрибә бар. Канадала Рәсәй эшҡыуарҙары байтаҡ. Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһынан Сергей Насонкин 2012 йылдан уҡ Канадала умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Татлы ризыҡтарҙы сит илдәргә сығарыу буйынса тәжрибәм бар. Хәҙер тыуған яҡтар менән бәйләнештәр булдырыу өҫтөндә эшләйем, ти яҡташыбыҙ.
Республика вәкилдәре Апимондияның генераль ассамблеяһы ултырышында ла ҡатнашты. Унда Башҡортостандың яҡын дуҫына әйләнгән Филипп Маккейб әфәнденең вафаты сәбәпле, конгрестың яңы президенты ла һайланды. Апимондияны Америка Ҡушма Штаттарынан Джефф Петтис етәкләйәсәк.





