Туймазы районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә 17 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлдө

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, аварияла 10-сы модель "ВАЗ" менән "ДАФ" йөк машиналары бәрелешкән. Видеотеркәү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, еңел автомобиль хужаһы боролошта икенсе транспорт сараһын уҙған мәлдә ҡаршы һыҙатҡа сыға.

Фото №1 - Туймазы районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә 17 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлдө

Һөҙөмтәлә ул Силәбе өлкәһе кешеһе идара иткән икенсе йөк машинаһына бәрелә. Ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған егет һуңынан аңына килә алмай вафат була. Тикшереү барышында мәрхүмдең йәй башынан алып хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә икәнлеге асыҡлана. Бынан тыш, уның водитель таныҡлығы ла булмаған, ә автомобиленә ялған номерҙар ҡуйылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ