Башҡортостанда билдәһеҙ йыртҡыс шәхси хужалыҡтарҙың береһенә һөжүм иткән

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе интернет селтәренә видео урынлаштырған. Яҙманан күренеүенсә, билдәһеҙ йән эйәһе 14 баш йорт ҡуянының һәм 20 тауыҡтың башына еткән.

Фото №1 - Башҡортостанда билдәһеҙ йыртҡыс шәхси хужалыҡтарҙың береһенә һөжүм иткән

Хужабикә был чупакабра булыуы ихтимал тип дәлилләй. Ысынында ҡош-ҡортҡа кем йәки нимә тейгәне билдәһеҙ. Белгестәр шәхси хужалыҡ тотоусыларға төндә кәртәне биктә тоторға кәңәш итә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ