Муниципаль берәмектәрҙә Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк

Был турала Радий Хәбиров бөгөн Өфө ихаталары һәм подъездарында төҙөкләндереү барышын тикшергәндә белдерҙе. Республика етәксеһе Совет, Октябрь райондарында булды. Эш сәфәре барышында күтәрелгән мәсьәләләр хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Муниципаль берәмектәрҙә Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк

Карап формаһындағы балалар майҙансығы, ҡаптары ла ысҡындырылмаған спорт йыһаздары. Якутов урамындағы ихата әкиәт ҡаласығын хәтерләтә. Бер йыл элек кенә уның ташландыҡ хәлдә булыуына ышанырлыҡ та түгел.

Биләмә "Башҡортостан ихаталары" программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән, йәғни ремонт бюджет һәм йорт хужалары иҫәбенә башҡарыла, дүрт йорттан йыйылған сумма күп түгел, 120 мең һум, әммә өлөш булғас майҙансыҡ ҡәҙерлерәк.

Программаның төп үҙенсәлеге-халыҡ фекеренә таянып эшләү. Йәғни, ихатаның проектын улар төҙөй. Якутов урамындағы ихата хәҙер сит илде хәтерләтә, бында хатта, сүп-сар ҙа айырым йыйыла.

Өфө ҡалаһы етәкселеге финанслауҙы арттырыу яғында, сөнки ғаризалар күп, әле 500 мөрәжәғәт ҡарауҙы көтә. Программа сиктәрендә республика буйынса 400-ҙән ашыу ихатаны тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү ҡаралған. Улаҙың 89-ы баш ҡалаға тура килә Быйыл ғына ошо маҡсатта 1 миллиард 700 мең аҡса йүнәлтелә. Ремонт эштәрен 1 октябпгә йомғаҡлау ҡаралған, әммә был программа тамамлана тигәнде аңлатмай, ул биш йылға иҫәпләнгән, Башҡортостанда бөтәһе өс мең тирәһе ихата үҙ сиратын көтә

Мәҫәлән, баш ҡаланың үҙәк урамында, Октябрь проспектында йәшәүселәр ҙә үҙ ихатаһын төҙөкләндереү хаҡында хыяллана. Хужалар ҡултамға йыйған, проект әҙер. Халыҡ мөрәжәғәте шунда уҡ яҡлау тапты.

Ихаталар менән бер рәттән подъездар ҙа төҙөкләндерелә, Октябрь проспектындағы был ятаҡтың коридорҙары тәртипкә килтерелгән. Хужаларҙың мөнәсәбәте генә борсоуға һала, ремонт яһалған, ә таҙалыҡ юҡ. Күрше йортта йәшәүселәр иһә капиталь ремонт көтә.

Киләсәктә һәр муниципаль берәмектә Башҡортостан башлығының ихатаһы ла барлыҡҡа киләсәк, был тәжрибә башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыла. Ихатаны халыҡ үҙе тауыш биреү юлы менән һайлай, ә финанслау республика етәксеһе фондынан бүленә, тине Радий Хәбиров.

Һәр кем йәшәгән еренең күркәм, төҙөк, уңайлы булыуын теләй. Ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндереү программалары ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Шуға күрә төп талап - сифат. Радий Хәбиров белдереүенсә, подрядсы ойошма ремонтты илке-һалҡы, еренә еткереп башҡармай икән аҡса түләнмәй. Финанслау бар етешһеҙлектәрҙе төҙәткәндән һуң ғына бүленә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ