Миллион һумдарын юғалтыусылар хоҡуҡ органдарына мөрәжәғәт иткән. Әммә әлегәсә ҡара риэлтор эше туҡтатылмаған. Тулы репортажды беҙҙең сайтта ҡарағыҙ.
1 апрель шаяртыуын Сәлимовтар ул тиклем үк уҫал булыр тип уйламаған. Бер миллион 400 мең һумын улар расписка ҡағыҙына алмаштырған. Салауат ҡалаһында йәшәүсе ғаилә икенсе балалары тыуғас өс бүлмәле фатир һатып алырға йыйына. Үҙҙәренең бер бүлмәле торлағын һатып аҡса туплап Интернет селтәрендәге иғлан буйынса күсемһеҙ милек агентлығына мөрәжәғәт итәләр.
Ғаилә күсемһеҙ милек агентлығынан алданыусылар тиҫтәнән ашыу.
Асыҡланыуынса, һатыуға фатирҙар арзаныраҡ хаҡҡа ҡуйыла.. Аҡса алыр алдынан ҡатын сумманы тағы ла төшөрә. Әммә бушлай сыр ҡапҡанда ғына.
Риэлтор был фатирҙы Сергеевтарға ла, Сәлимовтарға ла һатҡан. Ләкин унда бер кем дә йәшәмәй. Хатта фатир һаман иғландар таҡтаһынан алынмаған. Салауат ҡалаһында йәшәүсе тиҫтәләрсә кешене төп башына ултыртыусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатын бер ни булмағандай ҡара эшмәкәрлеген дауам итә. Беҙ ҙә фатир һатып алыусы булып мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ.
Ҡыҙыл линиялағы бер бүлмәле фатирҙы ул 850 мең һумға тәҡдим итте. Беҙҙең сираттағы клиенттары түгел, ә республика телеканалынан килгәнде белгәс тә риэлтор күҙ ҙә йомманы.
Алданыусылар белдереүенсә, күсемһеҙ милек агентлығы тураһында улар Салауат телевидениеһы әҙерләгән тапшырыуҙар аша белгән. Кеше аҡсаһы менән миллионерға әйләнгән ханым хәйриәлек менән шөғөлләнә һәм Ҡарһылыу булып уйынсыҡтар тарата. Ә бына был тапшырыу быйыл 8 март байрамына төшөрөлгән. Унда Светлана Сәлимованы уңышлы эшҡыуар, әсә һәм өлгөр ҡатын булараҡ күрһәтәләр. Ул үҙенең ниндәй ярҙамсыл булыуы тураһында һөйләй.
Ысынында ярҙам итеүсе түгел, ә ярҙан этеүсе ҡатынға ҡарата хоҡуҡ органдарына мөрәжәғәт итеүселәр арта ғына.
Беҙ видеояҙма әҙерләгән арала ғына Светлана Сәлимованың мутлашыуынан зыян күргән тиҫтәгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Һәм улар бөтәһе лә риэлторҙың ҙур суммала аҡса алып кире ҡайтармауын белдерҙе. Фатир һатыу-һатып алыуҙа ул билдәле бер схема буйынса эшләй. Тәүҙә бөтәһенең дә ышанысына инеп аҡса ала, ә артабан ниндәйҙер буталсыҡ проблемалар китә. Ни аҡсаһыҙ, ни фатирһыҙ ҡалыусылар менән осрашыу һүҙ көрәштереүҙән һәм буш вәғәҙәләр биреүҙән ары китмәй.
Бындай ҡара эшмәкәрлек Салауат ҡалаһында 2013 йылдан бирле сәскә ата. Күсемһеҙ милек менән ниндәйҙер эш башҡарырға теләгән граждандарға үҙҙәренә уяу булырға ҡала.




